БОЛОТИНА Раиса Ипполитовна [28.7.1900, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡырпы а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 23.3.1984, Мәскәү], селекционер. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1927). 1929 й. алып Кушнаренко тәж. баҡсаһында эшләй; 1937 й. башлап БНИИСХ‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р, 1941—56 йй. бүлек мөдире. Фәнни хеҙмәттәре емеш‑еләк культураларын селекциялауға арналған. Бер нисә алмағас (Башкирское зимнее, Бельское, Бельфлёр Башкирский, Ғафури, Пепин Башкирский), груша (Башкирская летняя, Башкирская осенняя), ҡарағат (Арабка, Башкирский великан, Башкирская урожайная, Уральская десертная), крыжовник, ҡайын еләге (Превосходная, Радость) сорттары авторҙашы.

М.Ғ.Әбдеева, Г.Ә.Мансуров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика