БИКҠОЛОВА Әлмира Талха ҡыҙы (22.10.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ҡалта а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яңы Ҡалта а. — 22.9.2013, С.‑Петербург ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (1991), проф. (1995). Х.Т.Бикҡоловтың һеңлеһе. Чкалов пед. ин‑тының тәбиғи фәндәр (1949) һәм химия (1951) ф‑ттарын тамамлағандан һуң — Көйөргәҙе р‑нының Мораптал урта мәктәбендә, 1962 й. алып — БДМИ‑ла (1970 й. башлап дөйөм химия каф. мөдире), 1983 й. — МДУ‑ла, 1986 й. — Ленинград төп химия сәнәғәте ҒТИ‑нда, 1992—95 йй. Рәсәй пед. ун‑тында (С.‑Петербург) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре тиопиразолондарҙы синтезлау һәм етештереү технологияһын эшләүгә, уларҙың төрлө металдар м‑н төрлө лигандлы координацион берләшмәләренең структур төҙөлөштәрен һәм үҙенсәлектәрен тикшереүгә, уларҙы аналитик химияла, мед., а.х. (вирус һәм бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы препараттар, тәьҫир итеү көсө оҙайтылған капсулалы микроашламалар) ҡулланыуҙы өйрәнеүгә арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу, ш. уҡ “Таңғы тамсылар” (1998), “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; 2002), “Робағият — Рубаийат” (2003) шиғри йыйынтыҡтары авторы. “Күп милләтле С.‑Петербург” яҙыусылар союзы рәйесе (1996 й. алып); С.‑Петербургтағы Башҡ. милли-мәҙәни автономияһы рәйесе (1995 й. алып). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2009).

Хеҙм.: Мөғжизәле химия. Өфө, 1994; Биоэлементология s‑, p‑, d‑элементов. СПб., 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика