БОЛОТИН Юрий Александрович (11.9.1930, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән ҡсб, ш. уҡ р‑ндың хәҙ. Тирлән а. — 7.8.2002, Сибай ҡ.), тау инженер‑геологы. Геол.‑минералогия ф. канд. (1978). Ҡаҙаҡ тау-металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң (Алма-Ата, 1959) Әбйәлил геол. эҙләнеүҙәр партияһының техник‑геологы булып эшләй, 1961 й. алып — Сибай комплекслы геол. эҙләнеүҙәр партияһының, 1969—90 йй. “Башкиргеология” ПБ Көньяҡ-көнсығыш геол. разведка экспедицияһының баш геологы; 1966— 69 йй. — Кубала. Ғилми‑производство эшмәкәрлеге Башҡортостандың Урал аръяғында баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалау м‑н бәйле. Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980).

А.А.Захаров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке 

Яндекс.Метрика