АБДУЛЛИН Миңлеғәле Мөхәмәтғәле улы (23.6.1955, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Урал ҡсб), спортсы. Саңғы ярышы б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.Ғ.Мамалимов, В.В.Шевнин). Һаңғырауҙар араһында Бөтә донъя ҡышҡы уйындарының (1983) 2 тапҡыр чемп. (30 км ярышта һәм эстафетала) һәм бронза призёры (15 км). Европа чемпионаты (2000) чемп. (эстафетала), көмөш призёры (15 км), 10, 15 һәм 30 км ярыштарҙа СССР (1980—85) һәм РСФСР (1980—85, 1988) чемпионы. СССР (1980—88), Рәсәй (1993—2000) йыйылма командаһы ағзаһы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.