БИКҠОЛОВА Нурия Нәғимйән ҡыҙы (12.1.1956, Дәүләкән ҡ.), физик. Физ.‑матем. ф. д-ры (2006), проф. (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Дәүләкәндең 6-сы урта мәктәбендә эшләй. 1979 й. алып БашНИПИнефттә, 1982—84 йй. БДУ-ла. 1988 й. башлап — БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында (2008 й. алып дөйөм физика каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2001—07 йй. БР ФА филиалында (Стәрлетамаҡ ҡ.) һәм 2007 й. башлап БДУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге конденсатланған хәл физикаһына арналған. Б. стехиометрик булмаған составлы баҡыр селенидтары рәшәткәһенең структур үҙенсәлектәрен һәм динамикаһын, баҡыр селениды нигеҙендә ҡаты эретмәләрҙең юғары температуралы фазаларын, күсереү күренештәрен һ.б. тикшерә. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Фазовые превращения монокристалла Cu1.8Se //Известия Российской Академии наук. Серия физическая. 2004. Т.68. №10 (авторҙ.); Структура интеркалатного соединения Ag0.25ZrSe2 //Там же. 2009. Т.73. №3 (авторҙ.).

М.Б.Сәғҙәткирәева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика