БИКҠОЛОВ Әҡдәс Закир улы (2.3.1927, Бөгөлмә ҡ. — 5.12.2013, Өфө), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1968), проф. (1971). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1968). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1951) шунда уҡ эшләй: 1960—64 йй. технология ф-ты деканы, 1962—94 йй. нефтехимия һәм химик технология каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәт органик синтезының технологик һәм экологик проблемаларына, нефть фракцияларын экстракция ысулы ярҙамында айырып алыу процесының теорияһы һәм практикаһына һ.б. арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Растворимость компонентов нефти. Уфа, 1979; Органические нефтяные отложения и их утилизация. Уфа, 1997 (авторҙ.); Химический процесс. Уфа, 2007.

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика