БИКҠОЛОВ Шакир Сәлим улы (15.1.1932, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Хәлил а. — 18.5.1983, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1955), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1975) тамамлаған. 1957 й. Шишмә р‑нының Түбәнге Хәжәт мәктәбе дир., 1958—73 йй. Башҡ‑н китап нәшриәтенең өлкән мөхәррире, 1975 й. алып БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты мөхәррире. “Әсә күңеле” тип аталған тәүге китабы 1960 й. сыға. Б. поэзияһына нескә лиризм хас. “Ерем яҡтыһы” (1965), “Тамырҙарым” (1970), “Япраҡтар шауы” (1980) шиғырҙар йыйынтыҡтарында тыуған ергә, йәштәрҙең патриотлығына дан йырлана. Балалар өсөн “Ҡыҙыл ҡар яуғас” (1974) шиғырҙар йыйынтығы авторы. С.Я.Маршак, С.В.Михалков, К.И.Чуковский һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә итә. Тыуған ауылында мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, урамға уның исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Һиңә әйтер һүҙем: шиғырҙар һәм поэма. Өфө, 1981; Волнам навстречу: стихи. Уфа, 1972; Разноцветный ветер: стихи. М., 1978.

Текст на русском языке

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Яндекс.Метрика