БОЛДЫРЕВ Василий Георгиевич (5.5.1875, Сембер губ. Сызрань ҡ. — 20.8.1933), хәрби эшмәкәр. Ген.-лейт. (1917). 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1903). 1892 й. алып — рус, 1918 й. алып Рәсәй армияһында. 1911 й. башлап Император Николай хәрби акад. (С.‑Петербург) уҡытыусыһы, 1914 й. профессоры. 1916 й. авг. алып Төньяҡ фронттың ген.-квартирмейстеры, 1917 й. авг. — 43‑сө пехота корпусы ком., сент.—окт. 5‑се армия командующийы. 1918 й. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша, сент. алып Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте ағзаһы һәм Рәсәй армияһының Юғары баш командующийы. Нояб. А.В.Колчак бойороғо б‑са вазифаларынан бушатыла. 1919 й. алып — Токиола, 1920 й. — Владивосток ҡ., 1926 й. башлап Новосибирск ҡ. йәшәй. 1922—26 йй. һәм 1933 й. төрмәлә була. Атыла. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1915), 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Владимир (1906), 2‑се (1909), 3‑сө (1908) дәрәжә Изге Анна, 2‑се дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав (1907) орд., “Батырлыҡ өсөн” яҙыулы Георгий ҡоралы (1915) м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Атаки укреплённых пунктов. СПб., 1914; Директория. Колчак. Интервенты. Новониколаевск, 1925.

Әҙәб.: Петров П.П. От Волги до Тихого океана. Рига, 1930; Власов Ю. Огненный крест: история и исповедь: в 2 ч. М., 1991—1992; Гришаев В.Ф. Дважды убитые: к истории сталинских репрессий в Бийске. Барнаул, 1999; Рутыч‑Рутченко Н.И. Ещё раз о генерале В.Г.Болдыреве //История белой Сибири. Кемерово, 1999.

И.Ф.Плотников, С.Г.Шушпанов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика