БОЛҒАР ТЕЛЕ, төрки телдәр араһында үле телдәрҙең береһе (болғар төркөмө). Бөйөк Болғар һәм Волга буйы Болғары халыҡтары теле. Хәҙ. телдәр араһында сыуаш теле иң яҡыны һанала. Б.т. хаҡында мәғлүмәттәр аҙ һәм 5–14 бб. авторҙарының топонимдары һәм антропонимдарында, фин-уғыр, славян телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һаҡланған. Б.т. айырым лексемалары Ибн Фаҙлан һәм Мәхмүт Ҡашғариҙа теркәлгән. Ҡомартҡыларҙың күбеһе – ғәрәп яҙыуының куфи йәки ҫөлөҫ почеркында яҙылған эпитафиялар. Волга буйы Болғары составына туғандаш төрки ҡәбиләләр һәм башҡа структуралы телле ҡәбиләләрҙең (фин-уғыр телдәре, славян телдәре) инеүе 12 б. болғар диалектынан өҫтөн торған койне формалашыуына килтерә. Уның яҙма формаһы Урал-Волга буйы төрки теленең әҙәби нормаларын булдырыуҙа мөһим роль уйнай. Б.т. (атап әйткәндә, уға хас вокализм) башҡорт теленең формалашыуына йоғонто яһай.

Әҙәб.: Юсупов Г.В. Введение в булгаро-татарскую эпиграфику. М.; Л., 1960; Хакимзянов Ф.С. Язык эпитафий волжских булгар. М., 1978; Pritsak O. Die Bulgarische Furstenliste und die Sprache der Protobulgarien. Wiesbaden, 1995.

Р.Х.Халиҡова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика