БИКҠОЛОВ Мөнир Кәрәмәт улы (25.3.1944, Чкалов өлк. Ғабдрафиҡ а.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1971—2004 йй. “БЭТО” ААЙ‑нда механик йыйыу эштәре слесары булып эшләй. Цехта хеҙмәтте ойоштороуҙың бригада системаһын индереүҙе башлап ебәреүселәрҙең береһе. Махсус техника аппаратураһы комплексын производствоға индереүҙә актив ҡатнаша, уға ҡулайламалар әҙерләй һәм етештерә. 1‑се (1991), 2‑се (1986), 3‑сө (1980) дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика