БИКҠОЛ ТОРАМАЛАРЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары. Б.э.т. 16—15 бб. ҡарай. 2 торама асыҡланған. I Б.т. Миәкә р‑ны Бикҡол а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Миәкә й. һул ярында урынлашҡан. 1967 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1984 й. Ю.А.Морозов, 1995 й. Г.Т.Обыдённова өйрәнә. 296 м2 ҡаҙылған. Бағаналы конструкциялы 2 торлаҡ (9,5×3 м; 11×8 м) табылған, урталарында усаҡ бар, уларҙың береһе таштан (4,4×2,5 м) сығарылған. Керамика горизонталь һыҙыҡтар, киртектәр, соҡорло биҙәк баҫылған банка рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Яҡынса 5 мең предмет (таш ҡул тирмәне, һөйәк тишкестәр, шлак һ.б.; хайуан һөйәктәре) табылған. II Б.т. ауылдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 2,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1969 й. Пшеничнюк аса, 1985 й. Обыдённова, 1988 й. Морозов өйрәнә. 20 м2 ҡаҙылған. Торлаҡтың нигеҙ соҡороноң бер яғы табылған, уның сите буйлап бағана соҡорҙары (диам. 0,1 м) урынлашҡан. Табылдыҡтарҙы керамика (яҡынса 200 фрагмент), хайуан һөйәктәре тәшкил итә. Б.т. материалдары БДПУ фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Обыдённов М.Ф., Обыдённова Г.Т. Памятники бронзового века Южного Урала. Уфа, 1996.

Г.Т.Обыдённова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика