БОЛҒАҠОВА Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы (7.8.1952, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2005). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (1982 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 1985 й. башлап ӨДНТУ‑ла, 2001 й. — ӨДАТУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ табыу процестарын өйрәнеүгә, фильтрлау теорияһының физик һәм гидродинамик нигеҙҙәрен үҫтереүгә, математик модель әҙерләүгә бәйле. Б. флюидтарҙың релаксацион үҙенсәлектәре беленгәндә стационар булмаған режимдарҙы, ике фазалы фильтрлау процестарындағы эффекттарҙы тикшерә; бер төрлө булмаған, структураланған мөхиттәрҙе фильтрлау моделдәрен төҙөй; нефть һәм газ табыуҙың технологик процестарын күҙәтеү һәм улар м‑н идара итеү мәсьәләләрен хәл итә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Нелинейные и неравновесные эффекты в реологически сложных средах. М.; Ижевск, 2003 (авторҙ.).

Л.А.Ковалёва

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика