БОЛҒАҠОВА Альбина Ирек ҡыҙы (6.12.1961, Петрозаводск), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2010) БР-ҙың атҡ. табибы (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) 6‑сы стоматология поликлиникаһында (Өфө), 1987 й. алып ӨАПБ‑ның 3‑сө мед.-санитария бүлегендә эшләй. 1998 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта (2005 й. алып стоматология ауырыуҙары пропедевтикаһы һәм физиотерапияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге стоматология ауырыуҙары ваҡытында кеше организмындағы этиопатогенетик аспекттарға һәм иммунологик статусҡа, ауыҙ ҡыуышлығының шешеү ауырыуҙарын диагностикалау, консерватив һәм хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә һәм индереүгә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Основы иммунных и иммунонаправленных методов терапии и профилактики. Уфа, 2000 (авторҙ.); Клинико-иммунологические аспекты лечения хронического генерализованного пародонтита. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика