БИКҠОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 55 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Аналыҡ й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 224; 1939 — 177; 1959 — 206; 1989 — 231; 2002 — 240; 2010 — 292 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ташбулат урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1775 й. билдәле. Улус старшинаһы Бикҡол Бәрәков исеме м‑н аталған. 1795 й. 22 йортта 126 кеше йәшәгән, 1866 й. 23 йортта — 213 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Легендаға ярашлы, “Шаһибәрәк” йыры геройы — Шаһи Бәрәков Б. йәшәгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика