БИКҠОЛ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Олокүл (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 135 кеше; 1920 — 122; 1939 — 146; 1959 — 195; 1989 — 119; 2002 — 124; 2010 — 120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (48 кеше) алып билдәле. 1834 й. ш. уҡ керҙәш башҡорттар теркәлгән. 1865 й. 14 йортта 78 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика