АБДУЛЛИН Мансур Иҙиәт улы [15.9.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 8.6.1996, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1943). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1949). 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Көнбайыш, Үҙәк, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 70‑се армияның 1‑се гвардия артиллерия дошман оборонаһын өҙөүсе див. 167‑се гвардия еңел артиллерия полкының орудие ком. гвардия өлкән сержанты А. 1943 й. 10 июлендә Курск өлк. Молотычи а. янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1944 й. алып лейт. А. запаста. 1949 й. башлап Стәрлебаш р‑ны Стәрлебаш а. 1‑се урта мәктәбе дир. булып эшләй, 1956—59 йй. — Стәрлебаш р‑ны халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. 1962 й. алып Өфөлә 109‑сы урта мәктәп, 1976 й. — 2‑се мәктәп‑интернат директоры. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Ҡырғыҙ‑Миәкә а. 1‑се урта мәктәпкә һәм Өфөләге 109‑сы мәктәп музейына Геройҙың исеме бирелгән. Өфөлә А. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Р.М.Арыҫланов, И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018