БОЛҒАҠОВ Рәмил Ғариф улы (5.7.1943, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1990), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлағандан һуң (1969) Ҡырғыҙстан тау- металлургия комб‑тында (Ҡашҡа ҡасабаһы) эшләй. 1971 й. алып Химия ин‑тында (1978 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1992 й. — Нефтехимия һәм катализ ин‑тының лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре металл‑органик берләшмәләр, фуллерендарҙың яҡтылыҡ таратыусы реакцияларын, лантаноидтарҙың комплекслы берләшмәләре ҡатнашлығында барған катализды өйрәнеүгә арналған. Б. металл‑органик берләшмәләрҙең дөйөм үҙенсәлеген — ультрафиолеттан алып инфраҡыҙыл йышлыҡтағы диапазонда яҡтылыҡ таратыусы электрон‑ҡуҙғытылыулы продукттар (ш. иҫ. ирекле радикалдар) барлыҡҡа килтереү һәләтен, лантанидлы катализаторҙар ҡатнашлығында диендар полимерлашыу реакцияһының механизмын асыҡлай; юғары май спирттарын етештереү процесын люминесцент күҙәтеү ысулын тәҡдим итә. Тәүге тапҡыр фуллерен м‑н озон реакцияһында хемилюминесценция күренешен аса һәм өйрәнә. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Хемилюминесценция металлоорганических соединений. М., 1989 (авторҙ.).

Г.Л.Шәрипов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика