БИКҠОЛ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 420; 1939 — 129; 1959 — 282; 1989 — 282; 2002 — 291; 2010 — 231 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Ял итеү йорто бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Күлиле‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 10 йортта 52 кеше йәшәгән, 1865 й. 32 йортта — 203 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәктәп булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика