БОЛҒАҠОВ Айҙар Казбек улы (10.10.1962, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Proteus, Citrobacter һ.б. төр бактерияларҙың дарыу препараттары тәьҫиренә бирешмәүсәнлеген өйрәнеүгә арналған. Б. азотлы гетероциклик берләшмәләрҙең (бензимидазол, ксантин һ.б.) микробтарға ҡаршы әүҙемлеген өйрәнә; һыуҙа эреүсе полимерҙар ҡулланып, мед. инструментарийын стерилләү һәм дезинфекциялауҙың яңы ысулдарын дауалау практикаһына индерә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 27 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика