БИККЕНИН Ирек Әнәс улы (17.11.1958, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2003). СССР ЭЭМ‑ының Омск юғары милиция мәктәбен тамамлаған (1981), 1984 й. алып шунда уҡ уҡыта. 1985 й. башлап ӨЮИ‑ла: 2000 й. алып уҡыу‑уҡытыу бүлеге нач., 2004—09 йй. институттың уҡыу- уҡытыу эштәре б‑са нач. урынбаҫары. 2009 й. башлап ӨДАТУ‑ла. Фәнни тикшеренеүҙәре дәүләт хоҡуғы, криминология проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Обеспечение единства и целостности Российского государства в действующем уголовном законодательстве и проблемы его оптимизации. Уфа, 2004; Незаконная миграция. Проблемы предупреждения на региональном уровне (по материалам Республики Башкортостан). Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика