БИКЙӘН ТУҠТАМЫШЕВ, башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттарынан. Аҙнағол Ырыҫҡолов м‑н ш. уҡ даруғаның көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Ихтилалды туҡтатыу т‑да хөкүмәт етәкселәре м‑н һөйләшеүҙәрҙән баш тарта. 1663 й. яҙында Себер ханы улдары м‑н союз төҙөү т‑да һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Өфө воеводаһы кенәз А.М. Волконскийҙың 1664 й. 1 мартындағы грамотаһында ул ихтилал күтәреүҙә төп ғәйепле кешеләрҙең береһе тип таныла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Аҙнағол Ырыҫҡолов мәҡ. ҡарағыҙ.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика