БИКЙӘН, Борай р‑нындағы ауыл, Борай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 3 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Һары й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 431 кеше; 1920 — 405; 1939 — 236; 1959 — 228; 1989 — 276; 2002 — 228; 2010 — 183 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Борай 1‑се урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 1647—49 йй. Уҫы даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы удмурттар нигеҙ һала. 1795 й. 187 кеше йәшәгән, 1865 й. 58 йортта — 363 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея, шарап һәм һыра кибеттәре теркәлгән.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика