АБДУЛЛИН Мазһар Ғиләжетдин улы (29.12.1912, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Иҙелбай а., хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны 1‑се Иҙелбай а., — 25.8.1942, Калинин өлк. Воригин а.), яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз коммунистик журналистика ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1933) Башҡ‑н дәүләт нәшриәте мөхәррире (1935 й. тиклем), 1937—41 йй. “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәз. бүлек мөдире. “Тормош” (1933) тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығында А. тыуған яғының матурлығына дан йырлай, кеше яҙмыштары, илдә һәм донъяла барған ваҡиғалар т‑да уйлана. “Кимәл” (1935), “Йыр сафта ҡала” (1960) йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренең үҙәгендә — коллективлаштырыу, индустриялаштырыу һәм яңы тормош төҙөү. Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған “Окопта яҙылған шиғырҙар” (1985) йыйынтығында патриотизм, Ватанға һөйөү темаһы яңғырай.

Әҙәб.: Башҡорт совет әҙәбиәте тарихе: очерктәр. Өфө, 1967.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.