БИКЕШ, Игеҙәк, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Яңы Петровка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 283 кеше; 1920 — 201; 1939 — 296; 1959 — 501; 1989 — 163; 2002 — 182; 2010 — 192 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Һыуын-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1742 й. билдә- ле. Улус старшинаһы Бикеш Йомаҡаев исеме м‑н аталған. 1795 й. 25 йортта 142 кеше йәшәгән, 1866 й. 65 йортта — 193 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 50‑се йй. уға Бикеш утары (19 б. 2‑се ярт. нигеҙ һалынған) ҡушылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика