БОЛАНДЕР ФРУЛЛЯНИЯҺЫ (Frullania bolanderi), мүк һымаҡтар төрө. Йомшаҡ һорғолт йәшел кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ ике өйлө ваҡ бауыр мүге. Һабағы тармаҡлы, йыш ҡына ҡыҫҡа мурт, япраҡһыҙ үренделәр (флагеллалар) м‑н тамамлана. Япрағы — ике ҡалаҡса; өҫкөһө эре, йомро йәки оҙонса, аҫҡыһы бәләкәй, ҡалпаҡ формаһында. Башлыса вегетатив юл м‑н үрсей. Киң япраҡлы урманда йүкә ҡабығында үҫә. Белорет, Дыуан, Ҡыйғы, Мәләүез һәм Өфө р‑ндарында осрай. БР‑ҙың һәм Европаның мүк һымаҡтар Ҡыҙыл китаптарына индерелгән (1995).

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика