БИКЕШ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Бикеш а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 461 кеше; 1939 — 1078; 1959 — 1225; 1989 — 843; 2002 — 775; 2010 — 711 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

1912 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Яйыҡбай а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ырымбур өйәҙе Бикеш а. (хәҙ. Күгәрсен р‑ны) урыҫ крәҫтиәндәре Бикеш утары булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендә Бикеш ҡурғандары урынлашҡан.

Р.Ф.Абдуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика