БОЛАН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Шаровка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Глуховская т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Ҡорҫаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 117 кеше; 1920 — 204; 1939 — 417; 1959 — 531; 1989 — 271; 2002 — 261; 2010 — 409 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә ген.-майор А.И.Глуховскийҙан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә украин күскенселәре нигеҙ һала. 1896 й. 16 йортта 97 кеше йәшәгән.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика