БИКЕС, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Теләүембәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 45 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 306 кеше; 1920 — 381; 1939 — 319; 1959 — 368; 1989 — 275; 2002 — 313; 2010 — 299 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Теләүембәт урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Һыуын-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1742 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең (уның улдары Ҡотломбәт, Яҡшымбәт, Көмөш Бикесевтар билдәле) исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Бикей исеме м‑н дә билдәле булған. 1795 й. 12 йортта 66 кеше йәшәгән, 1866 й. 45 йортта — 242 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ә.Ф.Ишкилдин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика