АБДУЛЛИН Ленар Рәфил улы (17.8.1976, Салауат ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2008). Р.С.Абдуллиндың улы. ӨДНТУ‑ны тамамлаған (1998). 2000 й. башлап “Техинком” ҒПБ-нда (Салауат), 2001 й. — өҙөклөк м-н Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй, 2012 й алып Башҡ-н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин-тында. Фәнни эшмәкәрлеге газ, нефть, химия ҡоролмаларын һәм үткәргес торбаларҙы файҙаланыу проблемаларына арналған. А. ҡоролмаларҙы хәүефһеҙ файҙаланыуҙың ваҡытын билдәләү ысулдарын, уларҙың ҡалған ресурстарын арттырыуҙың техник алымдарын уйлап таба (“Салаватнефтемаш”, “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑ларында индерелгән). 50 фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Обеспечение безопасности транспортировки нефтегазопродуктов. Уфа, 2007 (авторҙ.); Ресурс оборудования с несплошностями. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Р.С.Абдуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.