БОКСИТТАР, башлыса алюмин гидроокисы минералдарынан — гиббсит, бёмит һәм диаспорҙан торған тау тоҡомдары. Ташлы, йомшаҡ, балсыҡҡа оҡшаш Б. айыралар. Структураһы борсаҡлы, гравелитлы һ.б.; текстураһы киң, ҡатламлы. Төҫө ҡуйы ҡыҙыл, көрән, һоро, ҡара, йәшел. Глинозём һәм алюмин алыу өсөн төп мәғдән; флюс, адсорбент сифатында, электрокорунд, портландцемент, глинозёмлы, утҡа сыҙамлы юғары маркалы материалдар һ.б. етештереүҙә ҡулланыла. Көньяҡ Урал бокситлы бассейнында Әй, Яңы ятҡылыҡтары (ваҡытлыса туҡтатылған) эшкәртелгән, Олоир-I ятҡылығы тикшерелгән. Б. сығанаҡтары Башҡортостандың Урал аръяғында ла билдәләнгән.

Ғ.Ш.Жданов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика