БОКОВ Владимир Александрович (24.5.1941, Стәрлетамаҡ ҡ.), географ-ландшафт белгесе, эколог. Геогр. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). Ҡырым Респ. (2000) һәм Украинаның (2004) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. БДУ-ны тамамлаған (1964). 1967 й. алып — БДУ‑ла, 1973 й. — Удмурт ун‑тында (Ижевск), 1980 й. алып — В.И.Вернадский ис. Таврия милли ун‑тында (Симферополь ҡ.; 1984 й. башлап геоэкология каф. мөдире) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре физик география, ландшафты өйрәнеү ғилеме, геоэкология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемаларына арналған. Б. етәкс. экспедиция Көнбайыш Башҡортостанда тәүге тапҡыр һыу йылылығы режимы һәм уның тәбиғәт зоналары урынлашыуына, тупраҡ таралыуына, урмандар продуктлылығына һәм йылға үҙәндәре асимметрияһына йоғонтоһон өйрәнә. Б. ҡоролоҡтоң радиация индексы картаһын төҙөп, нормаль дымлы, аҙ дымлы һәм ҡоро климат райондарын айырып күрһәтә. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 24 дәреслек авторы.

Хеҙм.: Нормирование антропогенной нагрузки на окружающую природную среду: учеб. пособие. Ч.1. Симферополь, 1998 (авторҙ.).

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика