БИКБУЛАТОВА Әлфиә Нәжих ҡыҙы (5.11.1951, Өфө), аллерголог. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). Н.Т.Бикбулатовтың ҡыҙы. ББДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй, 1976 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре респ. химия сәнәғәте эшселәренең һәм Өфөлә йәшәүселәрҙең аллергия ауырыуҙарын өйрәнеүгә арналған. Б. поливинилхлоридтың, фталат пластификаторҙарҙың һ.б. химик берләшмәләрҙең сенсибилитик һәм токсин тәьҫирен асыҡлай, астматик бронхитты һәм бронхиаль астманы иҫкәртеү алымдарын эшләй һәм дауалау практикаһына ин- дерә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика