БОЙЧЕВ Игорь Николаевич (10.7.1927, Өфө — 14.7.1999, шунда уҡ), инженер-технолог. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) ӨМЭПБ‑ла эшләй: инженер-технолог, өлкән инженер-технолог, 1952 й. алып цех нач. урынбаҫары, 1956 й. — бүлек нач., 1961 й. — цех нач., 1966 й. — М‑412 двигателдәрен етештереү б‑са дир. урынбаҫары, 1988—90 йй. инженер-конструктор. Б. етәкс. М-412 автомобиль двигателдәрен эшләп сығарыу б‑са яңы етештереү ҡеүәттәре булдырылып, юғары механизацияланған һәм автоматлаштырылған производство ойошторола. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1974). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика