БИКБУЛАТОВА Ләлә Исмәғил ҡыҙы (2.4.1925, Өфө — 6.7.1997, Мәскәү, тыуған ҡалаһында ерләнгән), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (1974), проф. (1975). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1970). И.Х.Ишмөхәмәтовтың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1947) шунда уҡ эшләй; 1966 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑ның лаб. мөдире, 1969—74 йй. өлкән ғилми хеҙм‑ре; 1974 й. башлап БДМИ‑ның гистология каф. мөдире, 1987 й.алып Респ. тире-венерология диспансерының бүлек мөдире. Фәнни хеҙмәттәре респ. нефть, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте эшселәренең һөнәри ауырыуҙарын өйрәнеүгә арналған. Б. тире ауырыуҙары клиникаһын тикшерә һәм эпоксид ыҫмалалары м‑н контакт ваҡытында барлыҡҡа килеүсе тире ауырыуҙарын иҫкәртеү сараларын эшләй. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика