БИКБУЛАТОВ Шәһит Хәйбулла улы [8.12.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Мәҡсүт а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 16.9.2001, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1991), проф. (1995). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Х.Бикбулатовтың ағаһы. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Өфө, 1956), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1961) тамамлаған. 1956 й. алып — “Вперёд” (“Алға”) район гәз. мөхәр- рире, 1958 й. — Маҡар р‑нының “Ударник” к‑зы рәйесе, 1963 й. — БАССР МС‑ы бүлек мөдире урынбаҫары, 1964 й. алып а.х. һәм әҙерләүҙәр хеҙм‑рҙәре проф. союзының өлкә ком‑ты секретары булып эшләй. 1970 й. башлап — БАХИ‑ла, 1980 й. — Магнитогорск пед. ин‑тында, 1993—98 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре тәбиғәтте һаҡлау һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш иҡтисады проблемаларына арналған. 60 фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се (1985), 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Грядущим потомкам — улучшенную землю. Уфа, 1990; Экономика природосбережения. Уфа, 1995.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика