БИКБУЛАТОВ Фәрит Хәйбулла улы [8.8.1936, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Мәҡсүт а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 25.11.2016, Өфө], йырсы. БАССР‑ҙың халыҡ (1986) һәм атҡ. (1978) артисы. Ш.Х.Бикбулатовтың ҡустыһы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1969; А.Х.Чемборисова класы), БДУ‑ны (1981) тамамлаған. 1968 й. алып БАССР‑ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты дикторы, өлкән мөхәррире, 1989—98 йй. “Башҡортостан” ижад клубының дир. һәм солисы. Йомшаҡ тембрлы үҙенсәлекле тауышҡа эйә, уға күңелгә үтеп инерлек башҡарыу оҫталығы хас. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары, ш. иҫ. “Зөлхизә”,“Сәлимәкәй”,“Сибай”,“Урал”,“Шәүрә”,“Шафиҡ” һ.б., татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре. Р.Х.Сәхәүетдинованың, З.Ш.Мамалимовтың, С.Ғ.Садиҡованың һ.б. лирик йырҙарын тәүге башҡарыусы. Мәскәүҙә, Бүрәт, Татарстан, Яҡут Респ., Германияла үткән Әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары һәм көндәрендә, Хеҙмәт резервтары фестивалендә (Польша, 1967) ҡатнашҡан. СССР һәм Рәсәй буйлап гастролдәрҙә булған. “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ‑ара башҡ. һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивален (ҡара: Үҙешмәкәр ижад фестивалдәре һәм конкурстары) ойоштороусы. Акварель техникаһында яҙылған 300‑ҙән ашыу һынлы сәнғәт эше авторы, уларҙың төп темаһы — Башҡортостан тәбиғәте. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (2002, 2010).

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика