АБДУЛЛИН Илгиз Ғәле улы (14.7.1940, Өфө — 18.7.2008, шунда уҡ), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1990). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) “Гидромеханика” тәжрибә КБ‑нда (Өфө) эшләй. 1969—2008 йй. ӨДНТУ‑ла: 1980 й. алып материалдарҙы өйрәнеү һәм коррозиянан һаҡлау каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1994 й. башлап Өҫтәмә проф. белем биреү ин‑ты директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре яғыулыҡ-энергетика һәм машиналар эшләү комплекстарында машина деталдәренең һәм нефть-газ үткәргес торбалар системаһы ҡоролмаларының коррозияға ҡаршы тороуын һәм коррозион-механик сыҙамлылығын өйрәнеү м‑н бәйле. А. магистраль һәм промысла газ-нефть үткәргестәренә бер юлы коррозия мөхите һәм механик көсөргәнеш тәьҫир иткәндә уларҙың ышаныслы булыуына һәм оҙайлы ваҡыт эшләй алыуына булышлыҡ иткән норматив-техник документтар уйлап таба. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Коррозионно-механическая стойкость нефтегазовых трубопроводных систем. Диагностика и прогнозирование долговечности. Уфа, 1997 (авторҙ.); Прогнозирование коррозионно-механических разрушений магистральных трубопроводов. М., 1997 (авторҙ.); Диагностика коррозионного растрескивания трубопроводов. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Ю.Р.Абдрахимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018