БОЙКО Виталий Иванович (29.1.1936, Одесса өлк. “Белая Криница” с‑зы), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1980), проф. (1986). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1962 й. тиклем Волгоград өлк. Жирновск ҡ., 1965 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (1983 й. башлап дир. урынбаҫары) эшләй, 1984 й. алып — Әстерхан мед. акад. (2003 й. тиклем дөйөм гигиена каф. мөдире), 2003 й. — Әстерхан ун‑тында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре СССР нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте эшселәренең хеҙмәт шарттарын һәм һаулығы торошон өйрәнеүгә арналған. Б. ҡатнашлығында углеводородтар етештергәндә хеҙмәт шарттарын көйләүсе 12 норматив документ эшләнә (90‑сы йй. башына тиклем ғәмәлдә була). 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

М.Ф.Ғәзизов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика