БИКБУЛАТОВ Ренат Мисбах улы (8.3.1940, Өфө — 29.5.1995, Мәскәү), вирусолог. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1992). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) — Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда, 1964 й. алып Рәсәй мед. ФА‑ның Д.И.Ивановский ис. Вирусология ин‑тында (Мәскәү; 1992 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре вируслы ауырыуҙарҙың цитопатологияһын, химиотерапияһын, иммунологияһын өйрәнеүгә арналған. Б. Свердловск вируслы инфекциялар ҒТИ ғалимдары м‑н берлектә герпестың экспресс-диагностикаһы өсөн илдә етештерелгән тәүге препарат (диагностика иммуноглобулины) һәм герпесҡа ҡаршы препарат (бромуридин) эшләп, дауалау практикаһына индерә. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1984).

Хеҙм.: Цитопатология экспериментального герпеса. Уфа, 1970; Герпетическая инфекция. М., 1974.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика