БИКБУЛАТОВ Нәжих Тайып улы (28.2.1919, Өфө — 1.4.1986, шунда уҡ), токсиколог. Мед. ф. д‑ры (1974), проф. (1976), мед. хеҙмәте полк. (1956). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Табиптарҙың белемен камиллаштырыу үҙәк ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1949). 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла: 1945 й. башлап полк, 1949 й. — бригада табибы. 1952 й. алып БДМИ‑ла эшләй: 1969 й. башлап хәрби каф. нач., 1974 й. — фәнни эштәр б‑са проректор, 1983 й. — фармакол. каф. консультанты. Фәнни тикшеренеүҙәре 2‑метилтиофендың ағыулы һәм дауалау үҙенсәлектәрен, уның фунгицид әүҙемлеген өйрәнеүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 32 уйлап табыу авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945, 1956), “Почёт Билдәһе” (1964) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика