БОЙҘАН (Melilotoides), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған.

Башҡортостанда ялпаҡ емешле Б., йәки турухания үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, дүрт тупаҫ ҡырлы, тармаҡлы, ярым яланғас, 20—110 см бейеклектә. Япрағы өсәрле, уларҙың өлөштәре эллипс формаһында, сите осло тешле. Япраҡ ҡолаҡсыны эре, өсмөйөшланцет формаһында, сите тешле. Сәскәһе 5— 6‑ар һирәк тәлгәш сәскәлеккә йыйылған, асыҡ һары, ваҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡара, ялпаҡ, ураҡ формаһындағы арҡыры һеңерсәле һәм ҡыҫҡа моронло ҡуҙаҡ, авг.—сент. өлгөрә. Бөрйән р‑нында аҡландарҙа үҫә. Мал аҙығы үҫемлеге. Башҡортостандың Урал алдына күсерелгән. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика