БОЙҘАГӨЛ, гладиолус (Gladiolus), күбәләк сәскәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның көнбайыш райондарында һәм Африкала таралған. Башҡортостанда нәҙек Б. үҫә. Ваҡ бүлбе-һуғанбашлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы нәҙек, төҙ, ябай, ҡайһы ваҡыт тармаҡлы, 40—70 см бейеклектә. Япрағы йәшел йәки зәңгәрһыу йәшел; аҫҡыһы тәңкә һымаҡ; урталағыһы ҡылыс формаһында; өҫкөһө ҡыҫҡа. Сәскәһе эре, тажы күкһел төҫмөрлө алһыу шәмәхә төҫөндә, оста урынлашҡан оҙон, бер яҡлы, һирәк суҡтарға йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше — тупаҡ өс ҡырлы, кире йомортҡа формаһындағы ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Һаҙлы һәм дымлы болонда, сиҙәмдә үҫә. Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяҡ өлөшөндә осрай. Ҡырағай төрҙәре нигеҙендә Б. декоратив үҫемлек булараҡ үҫтерелеүсе күп сорттары сығарылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж.Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика