БИКБУЛАТОВ Наил Вәли улы [14.2.1931, БАССР‑ҙың Арғаяш р‑ны Этбай а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 18.4.1996, Өфө, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Яңы Субыл а. ерләнгән], этнограф. Тарих ф. канд. (1965). К.А.Тимирязев ис. Баш. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Балаҡатай р‑нының Яңыбай урта мәктәбендә уҡыта. 1957 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй: 1971 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1978—93 йй. бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре 18—20 бб. башҡорттарҙың ижтимағи һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен, туғанлыҡ системаһын, традицион хужалығын, йола һәм ғөрөфғәҙәттәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен өйрәнеүгә, башҡорттарҙың этногенезы һәм “башҡорт” этнонимының (ҡара: “Башҡорт”) килеп сығышы проблемаларына арналған. Волга-Урал төбәгенә, Урта Азияға, Таулы Алтайға һ.б. 40‑тан ашыу этнографик экспедиция ойоштороусы, етәксеһе. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының, Археология һәм этнография музейының этногр. фототекаһын (12 меңдән ашыу берәмек) төҙөүселәрҙең береһе.

Хеҙм.: Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964 (авторҙ.); Башкирская система родства. М., 1981; Семейный быт башкир. XIX—ХХ вв. М., 1991 (авторҙ.); Башкиры: этническая история и традиционная культура. Уфа, 2002 (авторҙ.).

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика