АБДУЛЛИН Ибраһим Әхмәт улы [20.9.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ерекле а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 9.7.2005, Өфө], драматург, прозаик. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1978). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1949). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (1956), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (1957; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1945—52 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз. хәбәрсеһе. А. драматик әҫәрҙәренә конфликт киҫкенлеге, шәхси һәм соц. ҡаршылыҡтарҙы объектив сағылдырыу, мөхәббәт мажараларын сағыу һүрәтләү хас. “Тәрән һулыш” (1949) драмаһында һәм “Бажалар” (1954) комедияһында Башҡортостан нефтселәренең тормошо һүрәтләнә. “Йөрәк менән шаярмайҙар” (1962), “Ялҡынһыҙ яна йөрәк” (1960), “Тиле йәшлек” (1972) әҫ. әхлаҡ проблемаларына арналған. “Эх, Өфө ҡыҙҙары!..” (1974), “Айһылыуҙың айлы кистәре” (1979) пьесаларында Ватанға, һайланған юлға тоғролоҡ һүрәтләнә. “Хуш, Рим!” (1969), “Тол ҡатындар иламай” (1977), “Ҡош юлынан барам” (1983) романдарының төп темаһы — совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы героизмы. “Ҡояш байымай ҙа байымай” (1955) роман‑эссеһы лиризм һәм мауыҡтырғыс сюжет м‑н айырылып тора. А. әҫәрҙәре инглиз, ҡаҙаҡ, урду, сыуаш, эстон һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Пьесалары БР, РФ‑тың башҡа төбәктәре һәм сит ил театрҙарында ҡуйыла. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1996). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 1998—2000; Цвела черёмуха: пьесы. М., 1965; А колокола всё звонят...: повести и рассказы. М., 1980.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018