БОҘҘАҒЫ МОТОУҘЫШТАР, мотоспорт төрө, тректың боҙ юлы буйлап махсус мотоциклдарҙа (500 см3 класлы, тормозһыҙ, шиндары 28 мм тиклем еткән сөйҙәр м‑н) уҙышыу. 20 б. 50—90‑сы йй. ярыштар ш. уҡ 125, 175, 350 см3 һәм 1959 й. 750 см3 класлы коляскалы мотоциклдарҙа үткәрелә. Шәхси, команда һәм парлы ярыштарға айыралар.

Башҡортостанда тәүге Б.м. 1955 й. мотоспорт б‑са бөтә Рәсәй ярыштары сиктәрендә Якутов И.С. исемендәге парк күленең боҙонда уҙа. Артабан Б.м. Өфөлә Гастелло Н.Ф. исемендәге стадионда, “Локомотив” (ҡара: “Хеҙмәт”), “Динамо”, “Төҙөүсе”, “Новатор” стадиондарында, Белорет, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы ҡҡ. үткәрелә. Өфөлә 1959 й. СССР һәм Чехословакия командалары араһында СССР‑ҙа тәүге халыҡара ярыштарҙың 2 этабы уҙғарыла, 1960 й. — СССР‑ҙың “Халыҡтар дуҫлығы” үҙәк автомотоклубы кубогына СССР, Швеция, Финляндия, Чехословакия уҙышсылары ҡатнашлығында халыҡ-ара ярыштарҙың 4 этабы, 1962 й. — СССР, Швеция, Финляндия командалары араһында халыҡ-ара ярыштарҙың 4 этабы, 1963 й. — Халыҡ-ара мотофедерация кубогының 3 этабы, 1964 й. һәм 1965 й. — Европа чемпионаттарының ярым финалдары һәм 2‑шәр финал этабы, 2003 й. — Европа чемпионаты финалы, 2010 й. — Европа чемпионаты ярым финалы һәм финалы, 1966—68, 2004, 2007, 2009, 2012 йй. — донъя чемпионаттарының 2‑шәр финал этабы һәм 1969—74, 1976, 1978, 2002, 2005 йй. — ярым финалдары; Салауат ҡ. 1967 й. донъя чемпионаттарының ярым финалы һәм 1968 й. 2 финал этабы үткәрелә; Стәрлетамаҡта 1967 й. — донъя чемпионатының һәм 2003 й. Европа чемпионатының ярым финалы; Учалыла 2007 й. — Европа чемпионатының ярым финалы һәм финалы. Респ. күп тапҡыр СССР, РСФСР, Рәсәй чемпионаттары һәм Кубоктарының һайлап алыу һәм финал ярыштары уҙғарыла. БАССР йыйылма командаһы — СССР чемп. (1985—87), СССР чемпионаттарының көмөш (1988, 1991) һәм бронза (1977) призёры. Ҡадиров Ғ. исемендәге спорт клубының “Башҡортостан” командаһы —Рәсәй чемп. (2002—09), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2010), “Каустик” мотоклубы командаһы (Стәрлетамаҡ) — Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2003) һәм бронза (2008) призёры. Б.м. б‑са халыҡ-ара ярыштарҙа Н.Б.Акимов, Д.А.Буланкин, Н.Ҡ.Ғәлиәкбәров, Ю.Д.Дудорин, Н.К.Корнев, Н.О.Красников, Ғ.Ф.Ҡадиров, Р.П.Мостафин, Б.А.Самородов, А.П.Сухов, В.П.Чапало, Ю.А.Чекранов, Н.Ф.Чернов, Ф.В.Шәйнуров юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. М.А.Богданов донъя чемпионатының бронза призёры була (2006). Команда уҙыштарында донъя чемп.: Богданов (2006—07) һәм С.А.Архипов (2008); көмөш призёр — И.А.Дроздов (2005). Европа чемп. — А.В.Шишегов (2010); Европа чемпионаттарының көмөш призёрҙары: В.И.Дубинин (1964), Шишегов (2006), И.А.Кононов (2007); бронза призёрҙары: Архипов (2006), С.А.Балтачев (2007), Богданов (2009). СССР чемпионаттарының көмөш призёрҙары: Е.М.Константинов (1961— 63), И.Г.Горьков (1962); бронза призёры — Л.Б.Краев (1963). РСФСР чемп. — Константинов (1962—63); РСФСР чемпионаттарының көмөш призёрҙары: Горьков (1962), А.Р.Грехов һәм Краев (икеһе лә — 1963); бронза призёрҙары: В.И.Ильинский (1961), Ф.В.Ивлев (1963), В.В.Кононович (1969). Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёрҙары: Богданов (2004), Архипов (2008); бронза призёрҙары: С.М.Казаков (2002) һәм Богданов (2006—07). Рәсәй Кубогын яулаусылар: Богданов (2006), Дроздов (2007). Респ. Ҡадиров Ғ. ис. спорт клубы (Өфө), “Таусы” спорт-техник клубы (Учалы), “Каустик” мотоклубы (Стәрлетамаҡ) эшләй, уларҙа Б.м. м‑н 50‑нән ашыу кеше шөғөлләнә (2010). Б.м. м‑н халыҡ-ара хронометристар А.Л.Балабан, А.Н.Ивлиев, М.Я.Клеванский, В.Я.Лискович, халыҡара категориялы судьялар Р.М.Ғафуров һәм Ҡадиров эшмәкәрлеге бәйле.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика