БОҘАЯҘБАШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Боҙаяҙ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 31 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта Боҙаяҙ й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 142 кеше; 1959 — 112; 1989 — 71; 2002 — 108; 2010 — 77 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

1915 й. һәм 1919 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙендә, фаразланыуынса, ш. уҡ өйәҙҙең Боҙаяҙ а. кешеләре ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1925 й. 19 йорт теркәлгән. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика