БОҘАЯҘ УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑ны. 1902 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ асыла, 1908 й. алып 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1920 й. — 1‑се баҫҡыс дөйөм хеҙмәт мәктәбе, 1939 й. хәҙ. статусын ала. 1996 й. Ф.А.Әсәнов исеме бирелә. Уҡыу оҫтаханалары, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. 1920‑се йй. алып мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Әсәнов (мәктәп бинаһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған).

Л.Ш.Сөләймәнова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Яндекс.Метрика