БОҘАЯҘ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡта — Өфө р‑ны, көнсығышта — Ҡырмыҫҡалы, көньяҡта — Ауырғазы, көнбайышта Дәүләкән һәм Шишмә р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1935 й. 31 ғин. ойошторолған (ҡара: Административ район). 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлгән, терр‑яһы Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы р‑ндары составына индерелгән. Майҙаны — 1060 км2. Район үҙәге — Боҙаяҙ ауылы. Районда 18 ауыл советы, 145 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 40 мең кеше (1939), күпселек татарҙар йәшәгән. Иҡтисад нигеҙен һөт-ит йүнәлешле һыйыр малы, һарыҡ үрсетеүгә, иген культуралары, картуф үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. 2 совхоз, 62 колхоз, 2 МТС, дәүләт питомнигы, дәүләт сорт һынау участкаһы, а.х. механизациялау уч‑щеһы, 90 дөйөм белем биреү мәктәбе, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт һарайы, 20 клуб учреждениеһы, китапхана булған. “Сталин юлыннан” (ҡара: “Коммунизм юлы”) гәз. сыҡҡан.

Р.М.Арыҫланов

Тәрж. З.Б.Латыпова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.