БИКБУЛАТОВ Зиннур Ғизелхаҡ улы (20.1.1947, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Исламғол а. — 26.4.2009, шунда уҡ), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1999). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Мәләүез р‑нының М.Ғафури ис. к‑зы баш зоотехнигы, һыйыр малы һимертеү комплексы нач., 1980 й. алып КПСС‑тың Мәләүез ҡала ком‑ты секретары, 1984 й. — Мәләүез р‑н халыҡ деп. советы башҡарма ком‑ты рәйесе. 1990—92 йй. БНИПТИЖиК өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1994—98 йй. дир., 1992—94 йй. Бөтә Рәсәй һуғым малсылығы ҒТИ (Ырымбур ҡ.) өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре респ. һуғым малсылығының үҫеше, һыйыр малының ит биреүсәнлеген арттырыу проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976, 1986).

Хеҙм.: Производство говядины в условиях промышленного комплекса при жомовом откорме. Оренбург, 1979; Мясное скотоводство и перспективы его развития в колхозах и совхозах Башкирской АССР. Уфа, 1990; Обмен веществ у помесных и чистопородных животных. М., 1998.

Р.С.Ғизәтуллин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика