БОҘАЯҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Боҙаяҙ а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 39 км алыҫлыҡта Боҙаяҙ й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3009 кеше; 1920 — 3748; 1939 — 3788; 1959 — 2647; 1989 — 1576; 2002 — 1624; 2010 — 1492 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Боҙаяҙ урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1757 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр Мөслим (тәүге төпләнеүсе Мөслим Ҡаныбәков исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1764 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп урынлашҡан. 18 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. Б. 2‑се һәм 3‑сө мишәр кантондарының үҙәге булған (1835 й. ҡарата). 1795 й. 60 йортта 322 кеше йәшәгән, 1865 й. 251 йортта — 1632 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре, сауҙа итеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, почта станцияһы, 5 һыу тирмәне, 6 сауҙа кибете булған. 1906 й. урыҫ‑башҡ. мәктәбе, почта бүлексәһе, 10 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1935—56 йй. — Боҙаяҙ районының адм. үҙәге. Ауылда Ҡәнзәфәр Усаев йәшәгән; А.Х.Солтанов, Р.Ғ.Әбдеев, Р.Ф.Әбдеев, М.Ғ.Әбдеева, Ф.А.Әсәнов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика